+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
31 Июль 2022, 09:45

"Ҡыҙыл бәрхәт" торты

Ҡамыр өсөн 340грамм он,300 грамм шәкәр, 1аш ҡалағы какао, 1/4 сәй ҡалағы тоҙ, 1 сәй ҡалағы сода, 2 сәй ҡалағы ҡамыр йомшартҡыс, 3 йомортҡа, 300мл көнбағыш майы,  300мл кефир, 2 сәй ҡалағы ҡыҙыл төҫлө аҙыҡ буяуы (краситель) кәрәк буласаҡ.

"Ҡыҙыл бәрхәт" торты"Ҡыҙыл бәрхәт" торты
"Ҡыҙыл бәрхәт" торты

Ҡамырҙы эшләүе бик еңел. 
1. Һауытҡа шәкәр, он, какао, сода, тоҙ, йомшартҡыс һалып бөтәһен бергә бутарға.
2. Артабан йомортҡа, көнбағыш майын өҫтәргә.
3. Иң аҙаҡ кефир менән ҡыҙыл аҙыҡ буяуын ҡушып миксер менән туғырға. Ҡамыр шыйығыраҡ килеп сығасаҡ (ҡыҙғылт төҫтәгеһе). Ҡурҡмағыҙ, шулай булырға тейеш.
4. Әҙер ҡамырҙы 15-20 минутҡа ултыртып торорға.
5. Форманың ситен майларға һәм төбөнә пергамент ҡағыҙын түшәргә.
6. Ҡамырҙы 2 өлөшкә бүлеп 170 градуста 40-50 минут бешерергә . Бисквиттың әҙер булыуын шпажка таяҡсаһы менән тикшереп ҡарарға мөмкин.

7. Бисквит әҙерәк һыуына биргәс, шыптырға урап 2 сәғәткә һыуытҡысҡа һалып торорға.
8. Бисквиттарҙы һыуытҡыстан сығарғас, ипләп кенә бысаҡ менән өҫкө өлөшөн ҡырҡып алырға (сөнки бисквиттың урта өлөшө өҫкә ҡалҡып бешеүе ихтимал).
9. Бисквиттарҙы крем менән һылап йыйырға кәрәк.

Крем өсөн: эремсекле сыр - 340грамм, аҡ май - 115 грамм, шәкәр пудраһы - 100грамм, ванилин - 10 грамм.

Бөтә ингридиенттарҙы һауытҡа һалып, миксер менән 5-7 минуттуғырға. Крем әҙер.


Сығанаҡ һәм фото: vk.com

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас