

Ҡарағатты йыуып, таҙартҡандан һуң ҡайнатырға ҡуябыҙ. Шуны онотмағыҙ: һыу һалырға кәрәкмәй! Ҡайнай биргәс, үҙенән-үҙе ҡарағаттың һыуы бүленеп сығасаҡ.
Ҡайнағандан һуң марля аша һөҙәбеҙ. Бүленеп сыҡҡан массаны үлсәйбеҙ. Мәҫәлән, 1 килограмм ҡарағат массаһы булһа,1 килограмм шәкәр ҡомо һалабыҙ.
Массаны ҡайнатырға ҡуябыҙ. Башта 500 грамм шәкәрҙе һалып ҡайнатабыҙ,15 минут үткәс, ҡалған шәкәр ҡомон һалып бөтөрәбеҙ. Яҡшылап болғатып торорға кәрәк. Масса үҙенән-үҙе ҡуйырасаҡ.
Сығанаҡ: vk.com
Фото: donatewales.org