+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
9 Август 2022, 09:50

Ҡурай еләгенән бәлеш

Был тәмле бәлеште бешерер өсөн беҙгә түбәндәге ингредиенттар кәрәк буласаҡ. 

Ҡурай еләгенән бәлешҠурай еләгенән бәлеш
Ҡурай еләгенән бәлеш

Ҡамырға: 2 стакан он, ярты стакан шәкәр, 150 грамм аҡ май, ярты стакан ҡаймаҡ, 1 балғалаҡ ҡамыр күперт­кес.

Эслеккә: 350 грамм ҡурай еләге (туңдырылған булһа ла ярай), 1 стакан шәкәр, 1 йомортҡа,1 стакан ҡаймаҡ, 2 ҡалаҡ он.

Ҡаймаҡ, шәкәр, иретелгән аҡ майҙы бергә ҡушып болғатабыҙ ҙа он, күперткес өҫтәп ҡамыр баҫабыҙ. Йәйәбеҙ, шунан ситенән күтәрелеп торорлоҡ итеп (эслеге ағып китмәһен өсөн) табаға урынлаш­тырабыҙ.

Ҡамырҙың өҫтөнә ҡурай еләктәрен теҙеп сығабыҙ (туңып ирегән булһа, һыуын түгәбеҙ).

Йомортҡаға шәкәр, он, ҡаймаҡ ҡушып, тиҙ-тиҙ хәрәкәттәр менән төйөрҙәре бөткәнсе туғыйбыҙ. Ошо шыйыҡсаны ҡурай еләге өҫтөнә ҡоябыҙ.
180 градус эҫелектәге мейестә 50 минут самаһы бешерәбеҙ. Бәлеште һыуынғас ҡына теләбеҙ.
 
Сығанаҡ: bashkizi.ru
Фото: russianfood.com
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас