+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
11 Август 2022, 11:35

Емеш-еләктән ролл

Бындай ролды әҙерләр өсөн беҙгә 200 грамм эремсек, 2 аш ҡалағы ҡаймаҡ, киви, баҡса еләге, 6 – 10 әҙер ҡоймаҡ, табынға биҙәп бирер өсөн шоколад онтағы кәрәк буласаҡ. 

Емеш-еләктән ролл
Емеш-еләктән ролл

Әҙәрләү ысулы: 

1. Эремсекте иләк аша үткәреп, ҡаймаҡ ҡушып, яҡшылап болғатабыҙ.
2. Емеш-еләкте яҡшылап йыуып, турайбыҙ
3. Ҡоймаҡҡа иң беренсе эремсек, шунан емеш-еләкте теҙеп һалабыҙ. Тығыҙ ғына рулет формаһы биреп төрәбеҙ һәм сәғәт ярымға һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
4. Табынға бирер алдынан бер иш ҙурлыҡтағы өлөштәргә бүләбеҙ һәм өҫтөн шоколад онтағы менән биҙәйбеҙ.
 
Сығанаҡ һәм фото: vatandash.ru
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: