+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
13 Август 2022, 06:30

Крыжовниктан — "Мохито" компоты

Бының өсөн беҙгә 0,5 литр банка крыжовник, 1 стакан шәкәр ҡомо, 2 түңәрәк киҫәк лимон, йәки 1 сәй ҡалағы лимон кислотаһы, 2-3 бөтнөк үләне кәрәк буласаҡ.

Крыжовниктан — "Мохито" компотыКрыжовниктан — "Мохито" компоты
Крыжовниктан — "Мохито" компоты

Таҙа 3 литрлы банкаға йыуылған крыжовникты һалабыҙ, уға лимон киҫәктәрен һәм бөтнөктө өҫтәйбеҙ. Өҫтөнә ҡайнап торған һыу ҡойоп, стерилләштерелгән ҡапҡастар ябып ҡуябыҙ. 15-20 минуттан һыуҙы ҡабат кәстрүлгә ҡойоп бер банканың һыуы иҫәбенә 1 стакан шәкәр һалып ҡайнатабыҙ ҙа, яңынан банкаларға ҡойоп, ҡапҡастарын нығытып ҡуябыҙ. Компоттарҙы түңкәреп ҡуйып йылы юрған менән ҡаплайбыҙ. Шул килеш тулыһынса һыуынғансы тотҡас, баҙға төшәрәбеҙ.

Ҡышҡыһын мунсанан һуң әскелтем генә тәмле бөтнөклө компот эсеп һыуһындарығыҙҙы ҡандырырһығыҙ!

Сығанаҡ: ejansura.ru

Фото: spmguild.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас