+14 °С
Облачно
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
15 Августа 2022, 06:30

Рәшиҙә инәй муйыл киптерә

Ейәнсура районының Башҡорт Самаҙыһы ауылында йәшәүсе  Рәшиҙә Әхмәтдин ҡыҙы Ҡарабаеваның уңғанлығына һоҡланабыҙ.  Ул бер эшһеҙ тормай. Әле фотоһүрәттә күрәһегеҙ, шул тиклем муйыл йыйып, киптерә башлаған.

Рәшиҙә инәй муйыл киптерәРәшиҙә инәй муйыл киптерә
Рәшиҙә инәй муйыл киптерә

 Ул: «Хоҙай биргән ризыҡты йыйырға кәрәк.  Миңә еләк-емеш йыйыу ныҡ оҡшай. Хәрәкәтләнһәм йәнгә, тәнгә рәхәт. Тик ултырып быуын ҡатып китә. Бына, йыйған муйылымды йәйәм, көн оҙоно болғатам, киптерәм, ямғыр булһа, йыйып алам. Шулай хәрәкәттә көн уҙа ла китә», – тип һөйләй ихлас йылмайып.

 Афарин, Рәшиҙә инәй! Һеҙгә һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас