

Кәрәк буласаҡ: 9 помидор, тәменсә базилик, петрушка, укроп.
Әҙерләү ысулы: помидорҙы шаҡмаҡлап турайбыҙ, хатта иҙелгән помидорҙар ҙа ярай. Помидор, базилик, петрушка, укропты һалып, блендер менән иҙәбеҙ. Килеп сыҡҡан массаны силикон формаларға тултырабыҙ һәм туңдырғысҡа ҡуябыҙ. 2 сәғәттән паста әҙер ҙә була. Формаларҙан пакеттарға бушатабыҙ һәм туңдырғысҡа алып ҡуябыҙ.
Ҡыш көнө был пастаны төрлө ризыҡтарға өҫтәргә мөмкин.
Сығанаҡ һәм фото: vk.com