

Бер-ике таш ҡабаҡты (тышын әрсергә мөмкин) йоҡараҡ ҡына итеп түңәрәкләп киҫәбеҙ ҙә ҙур ғына һауытҡа һалып, тоҙ һибеп, бер аҙға шул килеш ҡалдырабыҙ. Шунан ике яғын да онға әүәләп, табала ҡыҙарғансы ҡыҙҙырабыҙ. Айырым һауытҡа яҡынса 150 – 200 грамм майонезға иҙелгән 2 – 3 тырнаҡ һарымһаҡ ҡушып, крем әҙерләйбеҙ. Һәр таш ҡабаҡҡа шуны һылап сығабыҙ. Бик тәмле ризыҡ килеп сыға һәм был барыһына ла оҡшай.