+28 °С
Болотло
VK
OK
Макс
Аш-һыу серҙәре
26 Август 2022, 07:10
Йома табынына — ҡыҫтыбый
Ҡамыр өсөн:300 грамм тирәһе он, 100 миллилитр һөт, 1 йомортҡа, 50 грамм аҡ май, 1 аш ҡалағы шәкәр, 1 балғалаҡ тирәһе тоҙ кәрәк буласаҡ.
Йома табынына — ҡыҫтыбый
Эслек өсөн: 8-10 картуф, 1-2 һуған, 100 миллилитр һөт, 1 аш ҡалағы һәм майлау өсөн 50 грамм тирәһе аҡ май алабыҙ.
Әҙерләү ысулы:
Тәрән һауытта һөт, йомортҡа, иретелгән аҡ май, шәкәр, тоҙҙо һалып болғатабыҙ һәм он һалып үтә йомшаҡ та, ҡаты ла итмәй генә ҡулға йәбешмәҫлек итеп ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамырҙың өҫтөнә таҫтамал ябып, 30 минутҡа ял итергә ҡуябыҙ ҙа, эслек әҙерләйбеҙ.
Картуфты һыуҙа бешереп алып, май, һөт һалып иҙеп, өҫтөнә ҡыҙҙырылған һыуғанды һалып болғатабыҙ. Һыуғанды һыйыр майында ҡыҙҙырһағыҙ тағы ла тәмлерәк була. Эслек әҙер.
Хәҙер инде утҡа ҡоро табаны ҡыҙҙырырға ҡуябыҙ һәм ул ҡыҙғансы йоҡа итеп йәйеп йәймәләр әҙерләйбеҙ. Был ҡамырҙан яҡынса уртаса ҙурлыҡта 15 ләүәш сыға. Ләүәштәр тиҙ генә бешә, әгәр бешкән саҡта ҡабарһа сәнске менән тишкесләп алығыҙ. Ҡоро табала ике яҡтан бешереп барабыҙ һәм майлап, эслеген һалып уртаға бөкләп барабыҙ. Бешереп бөткәс ҡыҫтыбыйҙарҙы ирегән май менән майлап өҫтәлгә йылы көйөнсә бирәбеҙ. Майҙы ни тиклем күберәк ҡулланһағыҙ, ҡыҫтыбыйҙар шул тиклем тәмлерәк була. Һыуынып өлгөрһә, майлы табала ҡыҙҙырып, йылытып бирһәгеҙ кетерләп кенә торасаҡ һәм телеңде йоторлоҡ тәмле буласаҡ.
Ҡыҫтыбый ҡамырын төрлөсә баҫалар: һыуға ғына ла, кефирға ла, әммә минеңсә,ошо рецепт буйынса баҫылған ҡамыр иң тәмлеһе. Мотлаҡ бешереп, яҡындарығыҙҙы һыйлағыҙ!
Аштарығыҙ тәмле булһын!
Сығанаҡ һәм фото:
gazeta-toratau.ru
Автор:
Юлиә Кирәева
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...