

Сироп әҙерләү өсөн: һыуға шәкәр һалып ҡайнатырға кәрәк. Сироп әҙер булғас, алманы төшөрөргә. Алмаға тиклем ҡайнар һыу менән бешекләнеп, туралған сейә япрағын һалырға мөмкин.
Алма ҡайнатмаһын 5-6 минут ҡайнатаһың, шунан һыуытаһың. Йәнә 5 минут ҡайнатҡас, тағы һыуытаһың. Бер нисә тапҡыр ҡабатлайҙар. Шулай алма ҡайнатмаһы 15 – 20 минут ҡайнарға тейеш. Әҙер ҡайнатма һары ғына төҫтә, ҡуйы, алмалары таралмаған булырға тейеш.
1 килограмм алмаға 300 – 400 грамм һыу, 1,3 – 1,5 килограмм шәкәр ҡомо, 200 грамм сейә япрағы кәрәк.
Автор фотоһы.