

Кәрәк буласаҡ:
4 – 5 ташҡабаҡ (ҙурлығына ҡарап), 1 балғалаҡ бал, 1 аш ҡалағы лимон согы, 1 балғалаҡ әсе гәрсис тәмләткесе (горчица), 4 аш ҡалағы үҫемлек майы һәм тоҙҙо тәменә ҡарап һалырға.
Әҙерләү:
1. Ташҡабаҡты балдаҡлап турайбыҙ. Шунан барыһын бергә ҡушып, болғатабыҙ ҙа 15 минутҡа маринадларға ҡуябыҙ.
2. Усаҡта махсус сеткала ике яғын әйләндерә-әйләндерә, 2-3 минут ҡыҙҙырып алабыҙ.
Шашлык янына әҙер гарнир инде. Бик тәмле!
Сығанаҡ һәм фото: vk.com