+17 °С
Облачно
VKOKTelegram
Аш-һыу серҙәре
28 Августа 2022, 12:10

Алманан ҡаҡ ҡойҙоғоҙмо?

Ә бына Ишембайҙағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһы уҡытыусыһы Зөһрә  Фәтҡулла ҡыҙы Сәфәрғолованың алманан ҡойған һоҡланғыс ҡаҡтарына күҙ һалығыҙ әле. Иҫ киткес, эйеме?  

Теге ваҡыт  ҡарағаттан ҡойоп, киптереп алғайны. Әле алманан ҡаҡ киптергән. Афарин!

 Нисек  ҡаҡ әҙерләгәнен Зөһрә ханым беҙгә яҙып ебәргән.

Ҡарағатты блендерҙа иҙәм (балалар өсөн булһа, әҙерәк шәкәр ҡомо һалам). Тигеҙ фанер таҡталарҙы майлап, тигеҙ итеп йәйәм. Өҫтөн селтәр менән ҡаплап, ҡаҡҡа тейҙермәй генә, ҡояшта киптерергә ҡуям. Бер көндә кибеп сыға.
 Ә алманы бүлемдәргә бүлеп, кәстрүл төбөнә ярты стакан һыу һалып, ҡапҡас ябам. Йомшарғас ҡына иҙәм. Шулай уҡ парлағанда бөтнөк, шалфей үләндәрен һалам. Ҡышҡыһын тамаҡ ауыртҡанда ярҙамы ҙур!

Быйыл алма ныҡ уңған, әйҙәгеҙ, дуҫтар, һеҙ ҙә ҡойоп ҡарағыҙ ошо ысул менән.

 

Фото: Зөһрә Иҫәнова.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас