+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
30 Август 2022, 07:10

“12 ҡалаҡ” бисквиты

Был тәмлекәсте әҙерләү бик еңел, иң мөһиме – ул иҫтә ҡалдырыу өсөн үҙенсәлекле.

“12 ҡалаҡ” бисквиты“12 ҡалаҡ” бисквиты
“12 ҡалаҡ” бисквиты
Өс йомортҡаны яҡшы итеп туғып, 12 ҡалаҡ шәкәр өҫтәгеҙ ҙә блендер менән ике минут самаһы күпертеп алығыҙ. Ошо массаға 12 ҡалаҡ һөт, 12 ҡалаҡ көнбағыш майы, ярты лимондың һутын өҫтәп, тағы блендер менән туғығыҙ. Артабан 12 ҡалаҡ (өймәләм булһын) он, бер ҡап ҡамыр ҡабартҡыс өҫтәп туғырға.
 
Майланған табаға һалып, 180-200 градусҡа тиклем эҫетелгән мейестә 20-25 минут самаһы бешереп алығыҙ. Әгәр ҙурыраҡ табын өсөн әҙерләргә кәрәкһә, һәр ингредиентты ике йәки өс тапҡыр күберәк алырға кәрәк.
 
Сығанаҡ: bashgazet.ru
Фото: ytimg.com
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас