+15 °С
Облачно
VKOKTelegram
Аш-һыу серҙәре
3 Сентября 2022, 05:45

«Ялҡау» пицца

Тиҙ генә табала бешкән пицца әҙерләп ҡарайыҡ. Кәрәк буласаҡ: ҡамыр өсөн 3 йомортҡа, 5 ҡалаҡ майонез, 5 ҡалаҡ он, тәменә ҡарап тоҙ.

«Ялҡау» пицца«Ялҡау» пицца
«Ялҡау» пицца

Эслек өсөн  кәрәк: ит йәки колбаса, сыр, помидор, тоҙло ҡыяр, һуған, һарымһаҡ, соус.

Ҡамырҙы әҙер булғас, тефлон табаға һалырға. Соусты тамсылап ҡына ҡамыр өҫтөнә һалырға кәрәк. Йәшелсә, бешкән ит йәки колбасаны ҡамыр өҫтөнә теҙергә. Мул итеп ҡырғыстан үткәрелгән сыр һибергә.

Пиццаны һүрән утта, табаның ҡапҡасын ябып, 10 минут бешерергә. Ризыҡтың әҙерлеген ағас таяҡсыҡ менән төртөп  белергә мөмкин.

 

Фото: kylinariya.ru

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас