+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
4 Сентябрь 2022, 16:05

Алманан – тәмлекәстәр

1 килограмм алмаға 0,5 литр һыу һалып, 20 - 30 минут әкрен утта ҡайнатырға. Унан  тишекле сүмескә һалып, һутын ағыҙырға ҡуяһың. ( Мөмкин кистән бешереп, иртәнгә тиклем һутын ағыҙып ҡуйырға).

Алманан – тәмлекәстәр
Алманан – тәмлекәстәр

Тәүҙә һуттың үҙен генә 10 минут ҡайнатырға.  Шунан 1 литр һутҡа 800 грамм шәкәр ҡомо һалырға ла, тағын 7-8 минут ҡайнатырға. Стерилләнгән банкаларға тултырып, тимер ҡапҡас менән ябырға.  Быныһы желе була. (Әскелтем алма булһа, яҡшы).

Тишек сүместәге  алманы һөҙөп, повидло эшләйһең. Һуты ағып бөткәс, оҙаҡ ҡайнатаһы ла түгел. Шәкәр ҡомон үҙегеҙ теләгәнсә һалығыҙ.

 Гүзәл Саҙретдинова.

 

Зөһрә Хәкимова фотоһы.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: