-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
8 Сентябрь 2022, 12:20

Лечо

Бөгөн һеҙгә тәмле лечо рецебы тәҡдим итәбеҙ.

Лечо
Лечо

Бының өсөн 2 килограмм помидор, 1 килограмм татлы борос, 1 килограмм һуған, 150 миллиграмм көнбағыш майы, 20 миллиграмм аш һеркәһе, 2 ҡалаҡ шәкәр, 10 бөртөк хуш еҫле борос, 2 ҡалаҡ тоҙ алына. Борос менән һуғанды шаҡмаҡлап турарға. Помидорҙы ҡырғыс аша үткәреп, уға шәкәр, тоҙ, аш һеркәһе, төйөлгән хуш еҫле борос һалырға. Барыһын бергә бер сәғәт тирәһе бешерергә. Баҙҙарыбыҙ - тулы, үҙебеҙ бәхетле булайыҡ!

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Сығанаҡ: hakmar.ru

Фото: shkolazhizni.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: