+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
13 Сентябрь 2022, 13:50

Таш ҡабаҡлы бәлеш

Бөгөн һеҙгә бик тәмле бәлеш рецебы тәҡдим итмәксебеҙ.

Ҡамыр әҙерләү өсөн ошондай ингредиенттар кәрәк: 2 аш ҡалағы майонез, 1/4 стакан көнбағыш майы, ярты сәй ҡалағы тоҙ, ярты стакан ҡайнар һыу, кәрәгенсә он.

Барыһын бергә  ҡушып ҡамыр баҫабыҙ һәм ярты сәғәт көтөп торабыҙ. Шул арала эслекте әҙерләйбеҙ. Эслек өсөн 500 грамм шаҡмаҡлап туралған ташҡабаҡ, 200 грамм йөҙөм, 1 стакан бүрттерелгән дөгө, ярты сәй ҡалағы тоҙ, 4 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 150 грамм аҡ май кәрәк буласаҡ.

180 градусҡа тиклем ҡыҙған духовкала 1 сәғәт бешереп алабыҙ.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

 

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: