+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
17 Сентябрь 2022, 21:05

Һарымһаҡлы картуф

5  картуфты яҡшылап йыуып, кәстрүлдә бешереп алабыҙ. Һарымһаҡлы май әҙерләйбеҙ:100 грамм  һыйыр майы, 5 аш ҡалағы ҡырылған сыр, 1 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 3 тырнаҡ иҙелгән һарымһаҡ, 3 аш ҡалағы ваҡланған петрушка, ҡара борос һәм тәменә ҡарап тоҙ һалабыҙ. Шунан барыһын бергә ҡушып, болғайбыҙ.

Һарымһаҡлы картуф
Һарымһаҡлы картуф

Картуфты уртаға ярып, майланған табаға һалабыҙ. Шунан һәр картуфтың өҫтөнә һарымһаҡлы майҙы һөртәбеҙ.

250 градуслы эҫелектәге  мейестә 10 - 15 бешерәбеҙ.

 

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: