+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
17 Сентябрь 2022, 15:00

Еңелсә лечо

Кәрәк буласаҡ: 3 килограмм помидор, 6 эре татлы борос,  6-7 тырнак һарымһак, 1 стакан шәкәр ҡомо, 1 аш ҡалағы тоҙ, 50 грамм үҫемлек майы, 50 грамм аш һеркәһе.

Еңелсә лечо
Еңелсә лечо

Помидорҙарҙы түңәрәкләп, ә боросто ваҡ итеп һаламлап турайбыҙ. Шунан һарымһаҡты ла ваҡлайбыҙ. Барыһын бергә һалып ҡайнатабыҙ, ҡайнап сыҡҡас, тағы ла 10 минут ҡайнатырға. Аш һеркәһен һалабыҙ ҙа һүндерәбеҙ.
Стерилизацияланған банка төбөнә 3-4 борсаҡлы борос, 1 лавр япрағы һалып, лечоны ҡайнар килеш тултырып, ҡапҡасын ябабыҙ.
Аҙаҡ өҫтөн йомшаҡ әйбер менән ябырға.

Сығанаҡ һәм фото:  vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: