-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
17 Сентябрь 2022, 19:00

Тәмле кәбеҫтә

 3 литрлыҡ банкаға кәбеҫтәне борос, кишер,  сөгөлдөр менән аралаштырып һалаһың. Тултырғанда  һәр ҡат араһына һарымһаҡ  һалып ебәрергә кәрәк. Кәбеҫтәне төрлөсә турарға мөмкин: һаламлап, шаҡмаҡ итеп, эре киҫәктәргә бүлеп.

Тәмле кәбеҫтә
Тәмле кәбеҫтә

Шуныһы уңайлы: был кәбеҫтәгә маринадты ҡайнатмаҫҡа ла мөмкин. Мин йыш ҡына ҡайнатмайса эшләйем. Теләйһегеҙ икән, ҡайнатығыҙ. Ҡалайтһағыҙ ҙа, тәмле килеп сығасаҡ!
1 литр һыуыҡ һыуға ярты стакан шәкәр ҡомо, ярты стакан аш һеркәһе (быяла шешәлә булғанын), 2 аш ҡалағы тоҙ һәм ярты стакан көнбағыш майы  ҡушып болғағас, кәбеҫтә өҫтөнә ҡойорға кәрәк. Ҡурҡмағыҙ, тоҙо ла, шәкәре лә ирейәсәк.

Маринад артып ҡалһа, һыуытҡысҡа ҡуйып тороғоҙ ҙа, икенсе көнөнә банкаға өҫтәп ҡойорһоғоҙ. Кәбеҫтә бер көн бүлмә температураһында ултыра, аҙаҡ һыуытҡысҡа алып ҡуйырға. Тәме һеңгәнгә тиклем, ике-өс көн ултырырға тейеш.  Иҫ киткес тәмле ризыҡ килеп сыға.

Гөлназ Ишемғолова.

Фото:  vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: