+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
18 Сентябрь 2022, 12:00

Ваҡ бәлештәр

Ҡамыры үҙе йомшаҡ ҡына, үҙе тәмле, үҙе кетерләп кенә тора! Ҡамыр өсөн кәрәк буласаҡ: ярты стакан йылы һыу, ярты стакан һөт, ярты стакан көнбағыш майы, 3 ҡалаҡ майонез, 1 балғалаҡ тоҙ һәм он. Йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ. Бер ниндәй әсетке лә, сода ла кәрәкмәй.

Ваҡ бәлештәр
Ваҡ бәлештәр

Эслек өсөн кәрәк буласаҡ: үҙегеҙ теләгәнсә фарш, картуф, ҡаҙ майы, һуған, тоҙ һәм борос. Барыһын да турап, бергә болғайбыҙ.

Өсмөйөш йә ваҡ бәлеш итеп әҙерләргә мөмкин. Бик тәмле килеп сыға.

180 градуслы эҫелектә 40-45 минут бешерергә.

Фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: