-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
19 Сентябрь 2022, 12:35

Ташҡабаҡтан ҡайнатма

Ташҡабаҡтан ҡайнатма эшләгәнегеҙ бармы, дуҫтар? Булмаһа, мотлаҡ яһап ҡарағыҙ. Ныҡ тәмле килеп сыға.

Ташҡабаҡтан ҡайнатма
Ташҡабаҡтан ҡайнатма

Уны әҙерләү өсөн беҙгә 1 килограмм ташҡабаҡ, 1 ҙур лимон, 800 грамм шәкәр ҡомо кәрәк буласаҡ.

Ташҡабаҡты тышынан һәм орлоҡтарынан таҙартып, ваҡлап шаҡмаҡлап турайбыҙ, лимонды тышы менән ҡуша ҡырғыстан ҡырып ташҡабаҡҡа ҡушабыҙ ҙа шәкәр ҡомон алып болғатабыҙ. Ошо массаны төнгөлөккә шәкәре иреп бөткәнсе ҡуйып торабыҙ.

Иртән утҡа ҡуйып ҡайнатып сығарғас, 5 минут уртаса утта тотабыҙ  ҙа һүндерәбеҙ. Тулыһынса һыуынғас, тағы ла утҡа ҡуйып, 35-40 минут тирәһе ҡайнатабыҙ.

Ҡайнатма әҙер! Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Зәлиә БАЙҒУСҠАРОВА.

Сығанаҡ: ejansura.ru

Фото: vogorode.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: