+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
21 Сентябрь 2022, 16:40

Манный ҡоймағы

Кәрәк буласаҡ: 2 стакан манный ярмаһы,  0,5 литр ойоған йылы һөт, 2 йомортҡа,  3 аш ҡалағы шәкәр ҡомо. Шунан барыһын бергә болғап, ярты сәғәткә йылы урынға ҡуябыҙ.

Манный ҡоймағы
Манный ҡоймағы

Унан һуң 1 стакан он, 1 балғалаҡ сода, 50 грамм көнбағыш майы, 1 балғалаҡ тоҙ һалып, болғата-болғата  1 стакан тирәһе ҡайнап торған һыу ҡоябыҙ ҙа болғатабыҙ. Әҙер булғас, алдан ҡыҙҙырылған табала ҡоймаҡ ҡоя башлайбыҙ. 

Бешергән береһен майларға мөмкин.

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: