+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
24 Сентябрь 2022, 14:05

Слива менән алманан тәмле ҡайнатма

Әлеге ваҡытта алма менән сливаның өлгөргән ваҡыты. Уларҙан еңел һәм тәмле генә ҡайнатма әҙерләргә мөмкин. Бары шәкәр ҡомон дөрөҫ һәм күпме һалыу мөһим. Кәрәк буласаҡ: 2,5 килограмм слива (ниндәй төрө булһа ла ярай), ярты килограмм алма һәм 4 килограмм шәкәр ҡомо.

Слива менән алманан тәмле ҡайнатма
Слива менән алманан тәмле ҡайнатма

Сливаның һөйәктәрен, алманың уртаһын алып таҙартабыҙ.  Шунан ит турағыс (блендерҙа ла мөмкин) аша үткәреп, 2,5 килограмм шәкәр ҡомон һалып болғатабыҙ һәм газға ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, 15 минут ҡайнатып һүндерәбеҙ. Шунан ҡалған 1,5 килограмм шәкәр ҡомон ҡойоп, иреп бөткәнсе болғатабыҙ. Артабан стерилләнгән банкаларға ҡойоп, һалҡын урынға ҡуябыҙ. Әйткәндәй, ҡайнатма ҡайнаған саҡта бүленеп сыҡҡан күпереген алмаҫҡа ла мөмкин. Ул ҡайнай-ҡайнай үҙе бөтә.

Бик тәмле ҡайнатма килеп сыға. Ҡайнатып ҡарағыҙ, дуҫтар!

АВТОР фотоһы.

Слива менән алманан тәмле ҡайнатма
Слива менән алманан тәмле ҡайнатма
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: