+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
25 Сентябрь 2022, 21:55

Эремсекле торт

Ҡамыр өсөн кәрәк буласаҡ: 1  майһыҙ эремсек (обезжиренный творог 1 пачку), 2 йомортҡа, 1 стакан шәкәр ҡомо, ярты балғалаҡ тоҙ, 1,5 балғалаҡ  сода, он.

Эремсекле торт
Эремсекле торт

Крем өсөн кәрәк буласаҡ: ярты литр һөт, 1 стакан шәкәр ҡомо,
2 йомортҡа, 1,5 аш ҡалағы он, өй температураһында ятҡан 200 грамм аҡмай.

Эремсекте ваҡлайбыҙ, йомортҡа, тоҙ, шәкәр ҡомо,  сода һалып болғатабыҙ ҙа он ҡушып ҡамыр баҫабыҙ.  Шунан 1 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.

Крем яһайбыҙ: газға һөттө йылытырға ҡуябыҙ, бер һауытта йомортҡа, шәкәр ҡомо, он һалып туҡыйбыҙ ҙа һөткә һалабыҙ, болғата-болғата бешереп бөтөрәбеҙ. Крем һыуынғас, майҙы һалабыҙ.

Ҡамырҙы 6,7 киҫәккә бүлеп йәйәбеҙ ҙә 180-200 градус эҫелектәге мейестә бешереп алабыҙ. Әҙерҙе крем менән һылағас,  6-7 сәғәттән һуң тортыбыҙ әҙер була.

Фото:  vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: