+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу серҙәре
2 Октябрь 2022, 18:05

Ҡыҙыл эремсек әҙерләүҙең бер ысулы

Ҡыҙыл эремсек  – башҡорт халҡының бик затлы ризыҡтарының береһе.

Ҡыҙыл эремсек әҙерләүҙең бер ысулы
Ҡыҙыл эремсек әҙерләүҙең бер ысулы

Ойоған һөттө эсенә май һөртөлгән һауытҡа ҡойоп, талғын утҡа ҡуйырға. Эремсеге айырылып сыҡҡас, һыуын бер аҙ алырға кәрәк. Артабан эремсек ҡыҙарғансы ҡайнатыуҙы дауам итергә. Тигеҙ ҡыҙарһын һәм төбө көймәһен өсөн болғатып торорға. Һыуы парға әйләнеп бөткәс, ҡыҙыл эремсекте киптереп, оҙаҡ һаҡларға һыуытҡысҡа ла һалырға мөмкин.

Ҡыҙыл эремсектең, боҙолмай торған әҙер һәм туҡлыҡлы аҙыҡ булараҡ, баһаһы бик ҙур. Табынға бал, шәкәр ҡомо, май, ҡаймаҡ йәки башҡа тәмләткестәр ҡушып бирелә. Әлбиттә, тәүҙә ит турағыс аша үткәреп алалар. Унан тәмләткестәр ҡушып, баҫырға һәм йомғаҡтар эшләргә кәрәк.

Сәй янына ҡуйыла торған бик тәмле ризыҡ килеп сыға.

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: