

Беҙгә 5 килограмм һырғанаҡ, 1,5 стакан шәкәр, 2 литр һыу кәрәк буласаҡ.
Иң тәүҙә һырғанаҡты йыуырға һәм һәйбәттәрен генә һайлап алып, ҡайнар һыуҙа 2 – 3 минут ҡайнатырға. Уны һөҙгәндән һуң һыу менән шәкәрҙән сироп ҡайнатабыҙ. Әҙер булғас, емешкә ҡушырға кәрәк. Масса ҡайнау хәленә еткерелергә, әммә ҡайнатылмаҫҡа тейеш. Эҫе килеш таҙа банкаларға бушатылып, ярты сәғәт самаһы стерилләнә.
Сығанаҡ: vk.com
Фото: ytka.ru