

Бының өсөн беҙгә тауыҡтың түш ите йә иһә икенсе төр ит, 1/2 кәбеҫтә, 2 ҡыяр, 1 помидор, 1/2 болғар боросо, 30 грамм йәшел һуған, укроп, 6 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 1-2 тырнаҡ һарымһаҡ , самалап тоҙ, 4 аш ҡалағы кетчуп, 3 йәймә ләүәш кәрәк буласаҡ.
Әҙерләү ысулы: итте ваҡ итеп турап, алтын төҫкә ингәнсе көнбағыш майында ҡыҙҙырабыҙ. Тоҙ һәм борос ҡушабыҙ. Кәбеҫтәне, ҡыярҙы, помидорҙы, болғар боросон ваҡлап турайбыҙ. Бешеп сыҡҡан итте һыуытып турайбыҙ.