+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
9 Октябрь 2022, 09:00

Үҙебеҙҙең сыр

Кәрәк буласаҡ: 1 литр һөт, 1 килограмм аҡ эремсек, 2 йомортҡа, 1 сәй ҡалағы сода, 1 аш ҡалағы тоҙ,  100 грамм аҡмай.

Үҙебеҙҙең сырҮҙебеҙҙең сыр
Үҙебеҙҙең сыр

Әҙерләү ысулы:
Һөткә эремсек ҡушҡас, утҡа ҡуябыҙ, һыуы сыҡҡансы (сыворотка) йылытабыҙ.

Эремсекте һөҙөп алабыҙ, һыуы ағып бөтһөн.

Йомортҡа, сода, тоҙ һәм иретелгән аҡмай ҡушабыҙ.

10 минут табала тотабыҙ. Туҡтамаҫтан болғатабыҙ, төйөрҙәре бөткәнсе талғын ғына утта. Аҙаҡ һауытҡа һалып, һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.

Сығанаҡ һәм фото:  vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас