

Йәшел помидорҙы йыуып, духовкала йомшарғансы бешереп алырға ла ит тартҡыс аша үткәрергә. Тәменә ҡарап тоҙ, ҡара борос өҫтәргә, үҫемлек майында ҡыҙҙырылған ваҡ ҡына һуған һалырға. Ҡатнашманы яҡшылап бутап, ярты литрлы банкаларға тултырырға. Өҫтөнә ҡайнар томат соусы һалып, ярты сәғәт һыулы һауытҡа ултыртып стерилләргә. Шунан банкаларҙы ҡапҡас менән ябып, һыуынғансы йылы урынға төрөп ҡуйырға кәрәк.
Сығанаҡ һәм фото: vk.com