+17 °С
Облачно
VKOKTelegram
Аш-һыу серҙәре
15 Октября 2022, 06:00

Әйҙәгеҙ, печенье бешерәйек!

Был ябай ғына печеньеларҙы бешереү өсөн беҙгә 130 миллилитр кефир, 1 йомортҡа, 1/3 балғалаҡ тоҙ, 1 аш ҡалағы шәкәр (ҡамырға ҡушыла), 80 миллилитр үҫемлек майы, 1 балғалаҡ ҡабартҡыс (разрыхлитель), 300 грамм он, өҫтөнә һибер өсөн йәнә шәкәр кәрәк була. 

Әйҙәгеҙ, печенье бешерәйек!Әйҙәгеҙ, печенье бешерәйек!
Әйҙәгеҙ, печенье бешерәйек!
Табаҡҡа кефирҙы ҡоябыҙ, шунда уҡ йомортҡаны һытып һалабыҙ, тоҙ, шәкәр, үҫемлек майын ҡушып болғатабыҙ. Унан он иләп һәм разрыхлитель төшөрөп ҡамыр баҫабыҙ.
 
Әҙер ҡамырҙан печеньелар эшләйбеҙ. Өҫтөнә шәкәр һибеп, 180 градусҡа тиклем ҡыҙҙырылған духовкала 25-30 минут тирәһе бешереп алабыҙ. 
 
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 
Эльмира КЕЙЕКҠУЖИНА.
Сығанаҡ һәм фото: hakmar.ru
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас