+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
18 Октябрь 2022, 07:10

Баландан бәлеш

Әйҙәгеҙ, сәйгә баландан бәлеш бешерәйек. 

Ҡамырына ярты стакан көнбағыш майы, 2 аш ҡалағы һыу, 2 аш ҡалағы майонез, 2 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 2 аш шәкәр ҡомо, 1 сәй ҡалағы тоҙ, ярты сәй ҡалағы сода кәрәк буласаҡ.
Эслек өсөн 2 стакан балан (һыу һалып бер аҙ ғына ҡабартып һөҙөргә, баландың бер аҙ әселеге кәмей), 2 аш ҡалағы манный ярмаһы, 1 стакан тулыр-тулмаҫ шәкәр ҡомо алабыҙ. Ҡабығын әрсеп, 1 йәки 2 ҙур булмаған алма турап һалырға ла мөмкин.
Ҡамыры ыуылып, ауыҙҙа иреп тора торған бик тәмле бәлеш килеп сыға.

Сығанаҡ: vk.com

Фото: avenue.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас