

Онға шаҡмаҡлап туралған аҡ май һәм эремсек, тоҙ һалабыҙ. Йомортҡа һарыһын ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Әҙер ҡамырҙы шыптыр тоҡсайға һалып, 40 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.
Артабан ҡамырҙы йәйеп, өҫтөнә шәкәр һәм корица һибеп сығабыҙ ҙа өсмөйөшләп киҫеп рогаликтар әҙерләйбеҙ. Уларҙы майланған табаға теҙеп, 25 - 30 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Аҙаҡ духовкала 200 градус эҫелектә 25 - 30 минут тирәһе бешереп алабыҙ.
Сығанаҡ һәм фото: vk.com