+19 °С
Ясна
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
20 Октябрь 2022, 07:00

Йомортҡа менән тоҙло ҡыяр салаты

Кәрәк буласаҡ: 1 йомортҡа, 20 – 30 грамм тоҙло ҡыяр, 20 – 30 грамм майонез һәм укроп. Рецепт 1 кеше иҫәбенә алынған. Кеше һанына ҡарап, үҙегеҙ самалағыҙ.

Әҙерләү ысулы:  бешерелгән йомортҡаны ваҡ итеп турайбыҙ. Ҡыярҙы әрсеп, орлоғо булһа,  алырға һәм телемләп киҫергә. Горчица, майонез өҫтәп бик һәйбәтләп болғатҡас, һалҡын урынға ҡуябыҙ. Шунан тәрилкәгә һалып, өҫтөн укроп менән биҙәйбеҙ.

 

Сығанаҡ һәм фото:  vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас