+29 °С
Ясно
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
22 Октября 2022, 12:45

Бауырҙан салат

Был салатты әҙерләр өсөн беҙгә тауыҡ бауыры, маринадланған ҡыяр, йомортҡа, кишер, һуған, майонез кәрәк буласаҡ. Салат ҡатлап эшләнә.

Бауырҙан салатБауырҙан салат
Бауырҙан салат

Бешкән бауырҙы һаламлап, ҡыярҙы ваҡ ҡына итеп шаҡмаҡлап турайбыҙ. Һуғанды алтынһыу төҫкә ингәнсе майҙа ҡыҙҙырабыҙ. Бешкән кишерҙе, йомортҡаны, ағын һарыһынан айырып, эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Һауытҡа тәүге ҡат итеп бауырҙы һалабыҙ, һуңынан - һуған, ҡыяр, кишер, йомортҡа ағы. Һәр ҡатламына майонез һөртәбеҙ. Өҫтөн ваҡ ыуғыстан ҡырылған йомортҡа һарыһы менән биҙәйбеҙ.

Сығанаҡ һәм фото: salauat.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас