

200 грамм печенье, 20 грамм шәкәр, 2 аш ҡалағы какао, 100 миллилитр һыу, 80 грамм кокос онтағы, 80 грамм аҡ май, 60 грамм шәкәр пудраһы.
Әҙерләү ысулы: печеньены ваҡлап, уға какао ҡушып болғатабыҙ. Шәкәрҙе ҡайнар һыуҙа иҙәбеҙ һәм әҙ-әҙләп ыуалған печеньеға ҡушабыҙ. Тығыҙ ҡатнашма килеп сығырға тейеш.
Аҡ майҙы шәкәр пудраһы менән бергә туғып, кокос онтағы ла һалып болғанҡандан һуң, аш плёнкаһына тигеҙ итеп печенье ҡатнашмаһын теҙеп һалабыҙ. Өҫтөнә кокос кремын һылайбыҙ. Рулетты һаҡ ҡына төрәбеҙ һәм туңдырғысҡа 1 сәғәткә ҡуйып торабыҙ. Өҫтәлгә бысаҡ менән киҫеп ултыртабыҙ. Сәйегеҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын, дуҫтар!
Сығанаҡ: sterlibashevskierodniki-b.ru
Фото: userapi.com