+15 °С
Облачно
VKOKTelegram
Аш-һыу серҙәре
23 Октября 2022, 08:25

Тултырылған ҡабаҡ

Ҡабаҡ – тәмле һәм файҙалы йәшелсә, унан ҡайнатма ла, салат та, һут та эшләйҙәр. Ә бөгөн беҙ һеҙгә тултырылған ҡабаҡ бешерергә өйрәтмәксебеҙ.

Тултырылған ҡабаҡТултырылған ҡабаҡ
Тултырылған ҡабаҡ

Бының өсөн беҙгә 300 грамм майлы ит, 1 кишер, 1 татлы борос, 1 ананас (банкала үҙ һутында булһа ла ярай) һәм уртаса ҙурлыҡтағы ҡабаҡ кәрәк буласаҡ. 
Ҡабаҡтың өҫтөн ҡапҡас кеүек ҡырҡып алабыҙ һәм эсен таҙартабыҙ. Ваҡ киҫәктәргә туралған итте ҡыҙҙырабыҙ, кишер менән ананасты – шаҡмаҡлап, боросто һаламлап турап ҡушабыҙ, тоҙлайбыҙ. Бер аҙ һыу һалып, быҡтырып алабыҙ ҙа ҡабаҡтың эсенә тултырабыҙ. Өҫтөн ҡурғаш менән ябып, эҫе булмаған духовкала ике сәғәт тирәһе бешерәбеҙ. Ҡабаҡты табынға шул килеш ултырталар.

Сығанаҡ: bashgazet.ru

Фото: rastim.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас