Кәрәк буласаҡ: 80 грамм аҡ май, 230 грамм шәкәр ҡомо, ванилин, ҡалаҡ осонда ғына тоҙ, 3 йомортҡа, 140 миллилитр һөт, 10 грамм йомшартҡыс ( разрыхлитель), 370 грамм он, 70 миллилитр көнбағыш майы һәм теләк буйынса еләк-емеш (персик, слива, груша). Быныһын һалмаһағыҙ ҙа була.
Әҙерләү ысулы: аҡ майҙы, шәкәр ҡомон һалып, миксер менән һәйбәтләп болғатабыҙ. Шуға йомортҡа, тоҙ, бүлмә температураһында булған һөттө ҡушып, яңынан болғатырға. Унан һуң он, йомшартҡыс, ванилин, көнбағыш майы өҫтәгәс, миксерҙы тағы ла эшкә ҡушабыҙ. Теләгегеҙ булһа, әҙер массаға ниндәй ҙә булһа еләк-емеш ҡуша алаһығыҙ. Ҡамырҙы майланған кекс һауыттарына һалып, 190 градуста 25 минут бешереп алабыҙ.
+28 °С
Болотло




























