+19 °С
Облачно
VKOKTelegram
Аш-һыу серҙәре
28 Октября 2022, 11:30

Бәшмәктән — икра

Беҙгә ике килограмм бешкән бәшмәк, өс баш һуған, өс кишер, ике стакан үҫемлек майы, өс лавр япрағы, 10 бөртөклө ҡара борос, бер аш ҡалағы тоҙ, бер аш ҡалағы туғыҙ процентлы һеркә кәрәк буласаҡ.

Бәшмәктән  — икраБәшмәктән  — икра
Бәшмәктән — икра

Икра өсөн бәшмәктең һәр төрө лә бара. Уларҙы таҙартып йыуғас, үҙегеҙ теләгәнсә турап, тоҙло һыуҙа 10-15 минут ҡайнатып алырға. Дуршлагка һалып сайып, һарҡҡас, ит үткәргес аша үткәрергә кәрәк. Һуғанды ваҡ ҡына итеп турарға, кишерҙе таҙалап йыуып, ҡырғыс аша ҡырырға. Һуғанды, кишерҙе ҡыҙҙырғас, бәшмәктәрҙе өҫтәп, тәменсә тоҙ һәм ҡалған майҙы, лавр япрағы һалып, яҡшылап болғатып, бер сәғәт быҡтырырға. Иң һуңынан дүрт тырнаҡ һарымһаҡты ваҡ ҡына турап өҫтәргә һәм ун минут самаһы тағы ла быҡтырырға. Әҙер икраны стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡас менән ябырға кәрәк була.

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас