+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
29 Октябрь 2022, 09:00

Тиҙ әҙерләнгән бәлеш

Кәрәк буласаҡ: 2 йомортҡа, 1 стакан кефир, ярты балғалаҡ сода, 1 стакан он, ярты балғалаҡ тоҙ, 250 грамм ҡаты сыр, 200 грамм сосиска (ветчина, колбаса), тәменә ҡарап укроп, һуған.

Тиҙ әҙерләнгән бәлешТиҙ әҙерләнгән бәлеш
Тиҙ әҙерләнгән бәлеш

2 йомортҡа өҫтөнә тоҙ һалып туҡырға. Кефирға сода һалып, уның һүнгәнен көтәбеҙ. Унан туҡылған йомортҡаны кефирға ҡушабыҙ. Он өҫтәп, яҡшылап болғатабыҙ. Әҙер ҡамыр ҡаймаҡ ҡуйылығында булырға тейеш.

Сырҙы эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ, йәшелсәне ваҡ итеп турайбыҙ. Сосисканы турағас, барыһын бергә  ҡушып бутайбыҙ.

Таба эсенә аҡ май һөртәбеҙ ҙә киптерелгән икмәк онтағы йә манный ярмаһы һибәбеҙ. Шыйыҡ "бәлеште" табаға һалып, һаҡ ҡына ҡалаҡ менән өҫтөн тигеҙләйбеҙ.

200 градус эҫелектәге духовкала 25 минут тирәһе бешерәбеҙ.

Фото интернет селтәренән алынды.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас