

Ул ҡандағы шәкәр кимәлен нормала тота, ҡан тамырҙарын таҙарта, эсәк, ашҡаҙан аҫты биҙе эшмәкәрлеген көйләй.
Ҡарабойҙай оно һатыуҙа бар. Ярманы йыуып, киптереп, блендер йәки ҡәһүә онтағыс ярҙамында тарттырып, үҙегеҙ ҙә эшләй алаһығыҙ. Кискеһен бер стакан кефирға бер аш ҡалағы ошо ондо һалып, яҡшылап болғатығыҙ һәм һалҡыныраҡ урынға (һыуытҡысҡа ла мөмкин) ҡуйығыҙ. Иртәнсәк ашар алдынан тағы болғап, эсегеҙ.
Эсемлектең зыяны юҡ. Бер ғәҙәтләнһәгеҙ, туҡлыҡлы ла, файҙалы ла ризыҡты гел эсерһегеҙ әле. Әгәр татлы ризыҡ яратһағыҙ, аҙ ғына йөҙөм йәки күрәгәне турап, ҡушып ебәрегеҙ.
Фото: otzvip.ru
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите.