

Эслек өсөн кәрәк: 300 грамм фарш, шаҡмаҡлап туралған 2-3 башлы һуған, тәменә ҡарап тоҙ, борос.
Кефирға сода ҡушып болғатабыҙ ҙа 5 минут ултыртып торабыҙ. Унан ҡалғандарын ҡушабыҙ.
Майланған табаға он һибеп, ҡамырҙың яртыһын ҡоябыҙ. Артабан фаршты тигеҙ генә итеп һалып сығабыҙ. Шунан өҫтөнә ҡалған ҡамырҙы ҡоябыҙ.
Бәлеште 170 градус эҫелектәге духовкала 40 минут тирәһе бешерәбеҙ.
Сығанаҡ һәм фото: hakmar.ru