+12 °С
Облачно
VKOKTelegram
Аш-һыу серҙәре
2 Ноября 2022, 07:10

Буҙа әҙерләй беләһегеҙме?

3 литр һыуға 0,7 литрлыҡ банка менән геркулес ярмаһы һалып, 5-10 минут бүрттерәбеҙ.

Буҙа әҙерләй беләһегеҙме?Буҙа әҙерләй беләһегеҙме?
Буҙа әҙерләй беләһегеҙме?

Талғын утта 1 сәғәт ҡайнатырға, 1 ҡалаҡ аҡ май һалып, бер туҡтауһыҙ болғап торорға кәрәк.

Бер сәғәт үткәс, кеҫәл һымаҡ массаны иләк аша һөҙөргә һәм һыуытҡысҡа ҡуйырға. Артабан уға 1-2 стакан магазин ҡымыҙы, 1 стакан шәкәр өҫтәп болғарға һәм 1 тәүлеккә йылы урынға ултыртырға.

1 тәүлектән һуң буҙа әҙер буласаҡ.

 

Фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас