+10 °С
Облачно
VKOKTelegram
Аш-һыу серҙәре
9 Ноября 2022, 05:55

Кәбеҫтәнән кәтлиттәр

Был ризыҡты әҙерләү өсөн беҙгә 1 килограмм кәбеҫтә, бер һуған, яртышар стакан он менән манный ярмаһы, 1-2 теш һарымһаҡ, самалап тоҙ менән борос, әүәләү өсөн сухари онтағы, ҡыҙҙырыу өсөн үҫемлек майы кәрәк буласаҡ.

Кәбеҫтәнән кәтлиттәрКәбеҫтәнән кәтлиттәр
Кәбеҫтәнән кәтлиттәр

Әҙерләү ысулы: кәбеҫтәне 4 өлөшкә бүлеп, кәстрүлгә һалып, һыу ҡоябыҙ ҙа ҡайнап сыҡҡас, 8-10 минут бешереп алабыҙ. Кәбеҫтәне эҫе килеш иләккә һалып һарҡытабыҙ. Унан һуған ҡушып ит турағыстан үткәрәбеҙ ҙә ваҡланған һарымһаҡ, укроп, тоҙ, борос, он һәм манный ярмаһы ҡушып, кәтлит массаһын әҙерләйбеҙ. Кәтлиттәрҙе ваҡланған сухариҙа әүәләйбеҙ ҙә (быны һыу ҡулдар менән эшләү уңайлыраҡ) ҡыҙған майҙа ике яҡтан да ҡыҙҙырып алабыҙ.

Аштарығыҙ тәмле булһын!

Әлмира ӘЙҮПОВА.

Сығанаҡ һәм фото: ejansura.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас