+11 °С
Облачно
VKOKTelegram
Аш-һыу серҙәре
10 Ноября 2022, 08:40

Лимон пирогы

Ҡамыр өсөн 1 стакан йылы һөт, 1 йомортҡа, 10 грамм сүпрә, 180 грамм аҡ май, яҡынса 200 грамм он, бер аҙ шәкәр ҡомо, семтем тоҙ кәрәк буласаҡ. 

Әҙерләү ысулы: бөтә ингредиенттарҙы бергә болғатып, ҡамыр ҡулға йәбешмәҫлек булғансы он һалып баҫырға. Тоҙ, бер аҙ шәкәр ҡомо ҡушып ебәрергә лә онотмағыҙ. 

Эслек өсөн: 1 лимон, 1 әфлисун, 1 стакан шәкәр ҡомо алына.

Табаға ҡамыр йәйеп ҡуябыҙ, эслек һалабыҙ. Унан - тағы ҡамыр, тағы эслек. Һуңынан ҡамыр менән өҫтөн ябабыҙ. Уртаса утта өҫтө ҡыҙарғансы бешереп алабыҙ.

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Сығанаҡ һәм фото: ejansura.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас