+17 °С
Облачно
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
11 Ноября 2022, 08:10

Бәрхәт кеүек ҡоймаҡтар

Әйҙәгеҙ, изге йома көнөндә сәй табынына бәрхәт кеүек ҡоймаҡтар бешереп, яҡындарыбыҙҙы һыйлайыҡ.

Бының өсөн беҙгә 2 стакан һөт, 1 стакан ҡайнар һыу, 1,5 стакан иләнгән он, 3 йомортҡа, 3 аш ҡалағы үҫемлек майы, 3 аш ҡалағы шәкәр, ярты балғалаҡ тоҙ кәрәк буласаҡ.
Стакандың ҙурлығы үҙегеҙҙән тора. Ҡоймаҡты ҡыҙған табала ҡойоғоҙ. Әгәр ул йәбешеп, йолҡҡоланып торһа, 1 - 2 ҡалаҡ он өҫтәп, 5 минуттай ултыртып тороғоҙ. 

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Эльмира КЕЙЕКҠУЖИНА.

Сығанаҡ: hakmar.ru

Фото: ytimg.com

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас