+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
11 Ноябрь 2022, 06:00

Французса ит

Беҙгә кәрәк буласаҡ: ит (һыйыр, тауыҡ ите, фарш та ярай), картуф,  һуған, помидор, сыр, ҡаймаҡ йә майонез,  һарымһаҡ, тоҙ һәм борос.  Барыһын үҙегеҙҙең ғаиләләге кеше һанына ҡарап самалағыҙ.

Әҙерләү ысулы: итте йоҡараҡ итеп киҫәбеҙ, борослайбыҙ, тоҙлайбыҙ. Уны әйләндереп-әйләндереп, аш-һыу сүкеше менән иҙәбеҙ. Шунан табаға һалып,  бер-аҙ ҡыҙҙырып алабыҙ. Картуфты әрсеп, түңәрәкләп турайбыҙ. Артабан һуғанды турап, ҡыҙҙырып алабыҙ. Соус өсөн ҡаймаҡ (майонез), һарымһаҡ кәрәк буласаҡ. Табаға башта картуфты һалғас, итте теҙәбеҙ. Соусты һылайбыҙ. Йәнә өҫтөнә ҡыҙҙырылған һуған һәм помидорҙы һалабыҙ. Иң аҙаҡҡы ҡатламға сырҙы ҡырабыҙ.

Мейестәге 180 градус эҫелектә французса ит 60 - 80 минуттан әҙер була.

Фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас