+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
13 Ноябрь 2022, 10:15

Ныҡ тәмле ҡамыр

Кәрәк буласаҡ: 1 стакан кефир, ярты стакан үҫемлек майы, 11 грамм ҡоро сүпрә, 1 бал ҡалағы тоҙ, 1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 3 стакан он.

Ныҡ тәмле ҡамырНыҡ тәмле ҡамыр
Ныҡ тәмле ҡамыр

Әҙерләү ысулы: кефирға майҙы ҡушып  болғарға, әҙ генә йылытып алырға. Онға сүпрәне бергә ҡушырға, тоҙ, шәкәр ҡомо өҫтәргә. Әҙ-әҙләп, болғата-болғата кефир ҡатнашмаһын өҫтәргә һәм ҡамыр баҫырға. Ҡамырҙы 30 минутҡа ҡабартырға ҡалдырырға.
Был ҡамырҙан төрлө тәмлекәстәр бешерергә мөмкин.
Мейестә 180-200 градус эҫелектә ризыҡ бешеп сыға. Ҡыҙарғансы тотоғоҙ.
Табаға теҙгәс, 10 минуттан һуң ғына  мейескә ҡуйһағыҙ, ҡамыр ризыҡтары тағы ла тәмле булыр.

 

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас