+29 °С
Ясно
VKOKTelegram
Аш-һыу серҙәре
13 Ноября 2022, 07:05

Сүлмәктә бешкән аш

Быны әҙерләү өсөн беҙгә -ит, бәрәңге, кишер, һуған, һурпа, ҡыҙҙырыу өсөн үҫемлек майы, тәменсә тоҙ, борос, йәшел тәмләткестәр кәрәк буласаҡ.

Сүлмәктә бешкән ашСүлмәктә бешкән аш
Сүлмәктә бешкән аш

Итте шаҡмаҡлап турап, әҙ генә ҡыҙҙырып алабыҙ. Был- сүлмәктә һурпа үтә күренмәле булһын өсөн кәрәк.

 Һуған, кишерҙе ваҡлап турап, ҡыҙҙырабыҙ. Бәрәңгене шаҡмаҡлап турайбыҙ. Сүлмәккә ит, бәрәңге, һуған һәм кишер ҡыҙҙырмаһын ҡатлап һалабыҙ. Тоҙ, борос һибеп, һурпа йә иһә һыу өҫтәйбеҙ.
Өҫтөн ябып, яҡынса 1 сәғәткә духовкаға оҙатабыҙ.

Аштарығыҙ тәмле булһын!

Сығанаҡ: vk.com

Фото: pinimg.com

 

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас