+18 °С
Дождь
VKOKTelegram
Аш-һыу серҙәре
15 Ноября 2022, 10:20

Кишерҙән печенье

Тәмлекәстәр менән сәй эсергә яратабыҙ. Әммә хәҙерге кәнфит-печенье­ларҙың сифаты элеккеләре менән сағыштырырлыҡ түгел. Шуға ла үҙең бешереүгә етмәй. Мәҫәлән, кишерҙән печенье файҙалы ла, тәмле лә килеп сыға.

Кишерҙән печеньеКишерҙән печенье
Кишерҙән печенье

Уртаса ҙурлыҡтағы 3 кишерҙе бешереп һыуытабыҙ. Артабан уны блендер менән иҙәбеҙ. 100 грамм иретелгән һыйыр майы, 2 йомортҡа һарыһы, 3 аш ҡалағы шәкәр, 3 аш ҡалағы кокос вағы, 1 сәй ҡалағы куркума һәм бер семтем тоҙ һалып, ҡамыр баҫабыҙ ҙа 40 минутҡа шыптыр ҡапсыҡҡа төрөп ҡуябыҙ. Шунан ҡамырҙы ярты сантиметр ҡалынлығында йәйеп, печенье формаһы менән киҫәбеҙ. Артабан пергамент йәйелгән табаға һалып, 220 градус эҫелектә 25 минут самаһы бешерәбеҙ.
Сәй янына бына тигән файҙалы тәмлекәс!

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас